12:09 (UTC+5), 12 Май 2012

Ирек Даукаев: «Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре кешеләрҙе һәм халыҡтарҙы дуҫлаштыра»

Людмила Терновая
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре дауам итә. Бөгөн Өфө районы Октябрьский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә билдәле поляк педагогы, яҙыусы, табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Януш Корчакка арналған асыҡ дәрес үтте. Дәрестән һуң, йола буйынса, Януш Корчак иҫтәлегенә күккә ҡағыҙ осорғос ебәрелде. Бынан һуң Вольдзики тигән поляк ауылы иҫтәлегенә мәктәп янында урынлашҡан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
БР Татар дворяндар йыйылышы етәксеһе Ирек Даукаев иҫәпләүенсә, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрен үткәреү халыҡтар берҙәмлегенә асыҡ миҫал булып тора.
— Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре – бик матур сара. Һәм бында уны ойоштороусылар - «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенең эше юғары баһаға лайыҡ, - тине Ирек Даукаев. – Үҙәк эшмәкәрлеге халыҡтар берҙәмлеген, уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы, ихлас мөнәсәбәтен күрһәтә.
Ирек Даукаев билдәләүенсә, поляктар һәм Рәсәй халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа күп быуаттар элек нигеҙ һалынған. Гданьск ҡалаһында уңышлы эшләп килгән Татар дворяндар йыйылышы филиалы бының бер символы булып тора.
— Бындай саралар кешеләрҙе һәм халыҡтарҙы дуҫлаштыра. Улар мөнәсәбәттәр тарихында яңы биттәр аса. Быларҙың барыһы ла халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, - тип иҫәпләй Ирек Даукаев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика