05:11 (UTC+5), 12 Мая 2012

Өфөлә танылған бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның юбилей концерты үтте

Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин
Кисә Өфөлә танылған бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғ.Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсинаның концерты үтте. Тантаналы сара бейеүсенең 70 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәреледе.
Беренсе булып Рәшиҙә Туйсинаның визит карточкаһына әйләнгән легендар «Заһиҙә» бейеүе башҡарылды: был номер менән ул тәүгә Кремледең Съездар һарайында сығыш яһаған.
Мәшһүр бейеүсене юбилейы менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Рәшиҙә Туйсина – танылған сәхнә оҫтаһы, үҙенең күп йыллыҡ ижады һәм һәләте менән ул бейеү аша башҡорт ҡыҙының матурлығын, аҡылын, һомғоллоғон күрһәтә алды, - тине республика башлығы. – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең даны билдәле яҡташыбыҙҙың исеменә бәйле. Башҡорт бейеүен үҙенсәлекле энергетика айырып тора. Йыш ҡына республиканан ситтә йәшәүсе кешеләр башҡорт мәҙәниәте һәм уның быуаттар төпкөлөнән килгән тарихы хаҡында сәнғәтте яҙмышы һәм төп һөнәре итеп һайлаған бейеүселәребеҙҙең оҫталығы ярҙамында белә. Рәшиҙә Туйсина Ғәскәровтың бейеү мәктәбен, уның бай традицияларын үҫтереүгә күп көс һалған, башҡорт хореографияһын бейеү сәнғәтенең юғары өлгөләре менән байытҡан. «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡа бейеүҙәрҙә һеҙ тыуҙырған башҡорт ҡыҙының ҡабатланмаҫ образдары менән барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ.
Юбилей концертында Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары, башҡорт эстардаһының билдәле башҡарыусылары, Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашты.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика