12:26 (UTC+5), 11 Мая 2012

Республиканың Әлшәй һәм Благовещен райондарында яҙғы өмәләр тамамланды

Галина Бахшиева
Башҡортостанда яҙғы экологик өмәләр дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала ауыл биләмәләре территорияларын сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндерү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа яҡынса 190 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигон һәм сүплектәргә сығарып түгелгән.
— Өмәләрҙә ҡатнашыусылар быйыл 327 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртты. Шулай уҡ экологик саралар барышында 1,2 миллион квадрат метр юл, яҡынса 171 мең погон метр ҡойма, фасад ремонтланды, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.
Уның һүҙҙәренсә, республика территорияһын сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме әлеге ваҡытта 79 процент тәшкил итә.
Бындай саралар бөгөнгө көнгә Әлшәй һәм Благовещен райондарында тамамланған. Экологик өмәләр Башҡортостанда 19 майға тиклем дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика