Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2012, 10:30

Мишкә районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға обелиск асылды

Мишкә районының Озерки ауылында Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә обелиск асыу тантанаһы үтте. Сарала Мишкә районы хакимиәте башлығы Виталий Андреев, районда тыуып үҫкән генерал Иван Михайлович Горохов, ауыл халҡы ҡатнашты.
Һәйкәл башланғыс мәктәп янында урынлаштырылған. Ул былтыр төҙөлә башлаған. Архив мәғлүмәттәрен йыйыуға күп ваҡыт киткән.
Ҡыҙыл кирбестән яһалған һәйкәлдә ике мәрмәр плита урынлаштырылған. Береһендә - «Тыл хеҙмәтсәндәренә дан», икенсеһендә - «Ватанды һаҡлаусыларға дан» тип яҙылған. Обелискта 60-тан ашыу кешенең исеме уйып яҙылған.
Мишкә районында һуңғы ике йыл эсендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ундан ашыу мемориал асылған. Был матур йола дауам итәсәк, ти район халҡы. Шулай итеп, июнь аҙағында Бабай ауылында йәнә бер обелиск асыу планлаштырыла.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас