Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2012, 14:36
Өфөлә йәштәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау һәм ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия ойошторола
17 майҙа көндөҙгө 3-тән киске 5-кә тиклем Өфөлә йәштәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау һәм ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре буйынса «Барыһы ла ваҡытында булһын» темаһына ҡыҙыу линия ойошторола. Сараны 5-се балалар поликлиникаһы ҡарамағындағы «Йәштәргә дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлаусы клиника» менән берлектә Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге сығыш яһай.
Үрҙә күрһәтелгән арала (347) 223-22-11 телефоны аша йәштәрҙе ғаилә ҡороуға һәм атай-әсәй булырға әҙерләүгә, сәләмәтлеккә, ғаиләләге психологик климатҡа бәйле һорауҙар бирергә, шулай уҡ социаль-хоҡуҡи проблемалар буйынса консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.
Ҡыҙыу линия Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
ҡыҙыу линия
Читайте нас