10:34 (UTC+5), 11 Мая 2012

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрендә Польшанан делегация ҡатнаша

Людмила Терновая
11 майҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында республикала Поляк мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн республика баш ҡалаһына Польшанан делегация килде, уны Рәсәй Федерацияһындағы Польша Республикаһы Илселегенең Консуллыҡ бүлеге консулы Якуб Герольд етәкләй. Делегация составында Олецко ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы вице-директоры Данута Паушкт, шулай уҡ поляк теле уҡытыусыһы Хенрика Яхимович, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рената Барановская бар.
— Поляк мәҙәниәте көндәре Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелмәй, - тип билдәләне Якуб Герольд. – Бында Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенең эшмәкәрлеге киң йәйелгәнгә күрә, минеңсә, республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡ поляк мәҙәниәте менән таныш.
Хенрика Яхимович фекеренсә, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрен үткәреү беҙҙең төбәктәр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең яҡшы мөмкинлектәргә эйә булыуын раҫлай.
— Бындай саралар ярҙамында Башҡортостанда йәшәүсе поляктар Польша мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала, - тине пани Яхимович. – Польша менән Башҡортостан күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итә. Ҡасандыр Өфө делегацияһы беҙгә лә визит менән килгәйне. Беҙҙең арала төрлө тармаҡтарҙа, тәү сиратта, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә булдырылған бәйләнештәр яҡшы һөҙөмтә бирә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика