09:06 (UTC+5), 11 Май 2012

Башҡорт академия драма театры республика буйлап гастролгә сыға

Розалия Вәлиева
14-17 майҙа Салауат, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре үтә.
Театр труппаһы «Февраль. Буран... Шағир донъяһына сәйәхәт» һәм «Буратино-remake» спектаклдәрен күрһәтәсәк, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡорт драма театрында.
«Февраль. Буран...» спектаклен һайлауҙары осраҡлы түгел. Был - Салауат районында тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған уникаль проект. Спектакль Рәми Ғариповтың көндәлектәренә һәм уның тураһындағы хәтирәләргә нигеҙләнгән. Данлыҡлы шағир ижад иткән шиғырҙар һәм йырҙар ҙа башҡарыласаҡ. Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнаша. Рәми ролен ике актер – Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров, Надя ролен Ирада Фазлаева башҡара. Шиғырҙарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин, башҡа танылған сәхнә оҫталары — Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет һәм Светлана Хәкимова уҡый.
Театр шаян йырҙарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән һәм тамашасылар һөйөүен яулаған спектаклдәрҙең өҙөктәренән торған ҙур концерт әҙерләй. Артистар Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Илфат Булатов, Ирек Булатов, Урал Әминев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов ҡатнаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика