11:19 (UTC+5), 11 Мая 2012

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Еңеүгә 67 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Федерацияһында даими йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләүҙәр биреләсәк. Средстволарҙы Пенсия фонды ағымдағы йылдың май-июнь айҙарында түләйәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары (ирҙәре), блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, һауа һөжүменән һаҡланыу объекттарында һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләгән кешеләр, бәлиғ булмаған фашизм тотҡондары бишәр мең һум аласаҡ.
Тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградланған кешеләргә, элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Бер нисә категория буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға хоҡуҡлы граждандарға ҙурыраҡ күләмдә бер түләү биреләсәк.
— Беҙҙең республикала 30 меңдән ашыу һуғыш ветераны – 5000 һум күләмендә, 76 меңдән ашыу кеше 1000 һум күләмендә түләү аласаҡ. РФ Президенты Указын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме Башҡортостанда 230 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип комментарий бирҙе Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика