Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2012, 17:41
Башҡортостан педагогтары Германиялағы хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнә
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре «Европа контексында профессиональ компетенция» халыҡ-ара мәғариф проекты һәм Рәсәйҙә - Германия йылын, ә Германияла Рәсәй йылын үткәреү айҡанлы саралар сиктәрендә Баден-Вюртемберг еренең мәғариф учреждениеларына юлланды.
Комитеттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект сиктәрендә республика делегацияһы Германиялағы хеҙмәттәштәре менән Бад-Вильдбад ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү академияһында уртаҡ проекттарҙы тикшерә, шулай уҡ Башҡортостан менән Баден-Вюртемберг еренең белем биреү учрежденелары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу мәсьәләһен ҡарай. Делегация составына түбәндәге мәғариф учреждениеларының етәкселәре һәм уҡытыусылары инде: Өфөнөң 1-се педагогия колледжы, Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжы, Стәрлетамаҡ мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Мәскәү психология-социаль университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының Мәләүездәге филиалы, Салауат ҡалаһының 19-сы мәктәбе һәм Күмертауҙың 1-се гимназияһы.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, республика делегацияһын төбәктең мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов етәкләй.
Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ Юберлинген ҡалаһында үткәрелгән коррекцион педагогика мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция эшендә лә ҡатнаша, сарала Евросоюз илдәре ғалимдары, педагогтары һәм социаль хеҙмәткәрҙәре фекер алыша.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
юнеско
мәғариф проекттары
Читайте нас