Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2012, 11:28

Башҡортостанда 72 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй

2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 72154 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. «Ветерандар тураһында»ғы федераль законы менән социаль ярҙам саралары ҡаралған ветерандар ҙа улар иҫәбендә. Былар 2576 һуғыш инвалиды, 4774 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрәкәт итеүсе армия составына инмәгән ғәскәрҙә хеҙмәт иткән 1047 хәрби хеҙмәткәр, блокадалағы Ленинградта йәшәгән 223 кеше.
«Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законы менән төбәктәге 63534 кешегә социаль ярҙам саралары билдәләнгән. Улар – һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн наградланған тыл хеҙмәтсәндәре һәм ветерандары.
Министрлыҡ бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары алған дәүләт ярҙамы саралары тураһында иҫәп-хисап бирҙе. Был айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, торлаҡ бинаға һәм коммуналь түләүҙәргә аҡсалата компенсациялар федераль ярҙам сараларына ҡарай.
«Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы БР Законына ярашлы, төбәк категорияһына ҡараған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр башҡарылған. Тыл хеҙмәтсәндәре өсөн улар 415,34 һум тәшкил итә. Бынан тыш, торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсациялар ҙа ҡаралған. Был түләүҙәрҙе БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары йәшәү урыны буйынса түләй.
«Ветерандар тураһында» федераль законына ярашлы 2011 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тораҡ биналарға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә 82,8 млн һумлыҡ социаль ярҙам саралары күрһәтелгән. 2012 йылдың беренсе кварталында бындай түләүҙәр күләме 18,4 млн һумға еткән.
Республика ҡануниәтенә ярашлы, 2011 йылда башҡарылған айлыҡ аҡсалата түләүҙәр һәм торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсацияларҙың дөйөм суммаһы 235,2 млн һумды тәшкил иткән. 2012 йылдың беренсе кварталында — 59,8 млн.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: