Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2012, 16:35
100 тонна макулатура тапшырып, Өфө уҡыусылары 500 ағасты ҡотҡарҙы
«Ҡағыҙға — икенсе ғүмер!» тәбиғәтте һаҡлау акцияһының сираттағы этабында Өфөнөң Калинин районы уҡыусылары менән 14 тоннаға яҡын макулатура йыйылған. Был сарала Калинин районының 13 урта мәктәбе ҡатнашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, акция Өфө хакимиәте ярҙамында «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы менән ойошторолған. Экологик акцияның беренсе этабы былтыр ноябрҙә башланды. Һәм мәктәпкә ҡағыҙ сеймалы артынан предприятиеның махсус автомобиле – экомобиль килеүе матур йолаға әүерелде.
Балаларға икенсел сеймал – макулатураны рациональ файҙаланыу һәм эшкәртеү кәрәклеген күрһәтеү – акцияның төп маҡсаты. Бер тонна ҡағыҙҙың дүрт кубометрға яҡын ағасты, икенсе төрлө әйткәндә биш өлкән ағасты һаҡлап ҡалыуы билдәле.
«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың хәбәр итеүенсә, «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» эко-акцияһы һөҙөмтәһендә Өфөнөң Октябрь, Ленин, Дим, Совет, Киров, Калинин райондарында 100 тоннанан ашыу макулатура йыйылған, был 500-ҙән ашыу ағастың ғүмерен ҡотҡарыу тигән һүҙ.
Альбина Шәмсетдинова әйтеүенсә, ҡағыҙ сеймалын йыйыу буйынса һуңғы – йомғаҡлау эстафетаһын баш ҡаланың Орджоникидзе районы ҡабул итә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
экология
акциялар
Читайте нас