04:29 (UTC+5), 04 Май 2012

Башҡортостандан 30 бала Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште

Эльмира Сабирова
Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостандан 85 бала ҡатнашты – олимпиадалар 21 предмет буйынса үтте. Шуларҙың һигеҙе еңеүсе, 22-һе призер исеменә лайыҡ булды, улар барыһы ла 9-11 класс уҡыусылары.
Еңеүселәр иҫәбендә Шаран районы Мичурин ауылынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Анастасия Аҡбулатова ла бар. Ул бер юл ике олимпиадала еңеп, химия һәм экология буйынса иң көслөһө тип танылды. Стәрлетамаҡтан тиҫтерҙәре — 1-се гимназиянан Дарья Барсукова – йәмғиәтте өйрәнеү фән буйынса, ә 3-сө лицейҙан Артур Фәттәхов технология буйынса олимпиадала еңде. Унынсы класс уҡыусылары – Салауат ҡалаһының 1-се лицейынан Альберт Шәйхетдинов – астрономия, Өфөнөң 18-се урта мәктәбенән Ғәлиә Ғайсина - экология буйынса, Нефтекаманың 1-се гимназияһынан Айнур Мәҡсүтов биология буйынса иң көслөһө тип танылды. Өфөнөң 114-се урта мәктәбенән Андрей Уткин химия буйынса олимпиадала еңеү яуланы.
Уларҙан башҡа тағы 22 уҡыусы призерҙар исемлегенә инде. Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан ун беренсе класс уҡыусылары Альбина Мағизова менән Лиана Фәйезова, шулай уҡ Өфөнөң 39-сы гимназияһынан Артем Рыжов менән Салауаттың 1-се гимназияһынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Алена Киселева йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса олимпиадала призерҙар исемен алды.
Тағы дүрт уҡыусы - Белореттың 17-се гимназияһынан Екатерина Балашова, Архангел районы Архангел ауылының 1-се урта мәктәбенән Вадим Ғизетдинов, Стәрлетамаҡтың 3-сө Башҡорт лицейы-интернаты уҡыусыһы Илдар Сакаев хоҡуҡ буйынса олимпиадала призер булды. Улар барыһы ла 11 класта уҡый. Почетлы призерҙар исемлегендә Нефтекаманың 1-се гимназияһынан 10 класс уҡыусыһы Вадим Исхаҡов та бар.
Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса олимпиадаһында ла иң күп призлы урындар Башҡортостан уҡыусыларында. Бында туғыҙынсы класс уҡыусылары - Миәкә районының Оло Кәркәле ауылынан Әлмир Иркәбаев, Ауырғазы районының Кәбәс ауылынан Фируз Мөлөков, Өфөнөң 39-сы гимназияһынан Даниил Осадчев һәм Шаран районы Шаран ауылының 1-се урта мәктәбенән Валерий Шәмиғолов бар.
Экология һәм география буйынса олимпиадала ике призер билдәләнде: Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһынан Владислав Чипига һәм Туймазы районы Серафимовский ауылының 1-се урта мәктәбенән Сабина Ибраһимова, шулай уҡ Нефтекаманың 1-се лицейынан Максим Щенин менән Өфөнөң 83-сө лицейынан Александр Улановский.
Бүләкләнеүселәр араһында баш ҡаланың 121-се гимназияһынан Евгений Малинин да бар, ул биология буйынса олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Әҙәбиәт буйынса - Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан ун беренсе класс уҡыусыһы Алһыу Салауатова, информатика буйынса – Өфөнөң 16-сы мәктәбенән унынсы касс уҡыусыһы Артур Хашаев, инглиз теле буйынса - Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан унынсы класс уҡыусыһы Маргарита Тишина, физика буйынса – Өфөнөң 93-сө гимназияһынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Анатолий Гришин призер булды.
Һәләтле уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы Өфөлә майҙың икенсе яртыһында үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика