Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2012, 12:39
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының эмблемаһы раҫланды
Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылының эмблемаһы раҫланды. «Башинформ» агентлығының әүәлерәк хәбәр итеүенсә, тейешле конкурс БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән үткәрелде.
— Йыл эмблемаһын эшләүгә конкурс барышында комиссия ҡарары менән Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Ул йылдың рәсми символикаһы булараҡ раҫланды, — тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Эмблеманың һүрәтләнеше: асыҡ ҡулдар — ышаныслы дәүләт яҡлауы, Башҡортостан Республикаһының триколоры уның символы булып тора. Йылылыҡ, үҫеш, именлекте белдереүсе ҡояш фонында ҡулдар баланы күтәргән. Күккә сөйөлгән бала балалар ижадының һәм хыялдарының үҫешен символлаштыра.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
конкурстар
Читайте нас