Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2012, 11:55
Өфөнөң Октябрь районы 11 майҙа 35 йыллығын билдәләй
11 майҙа Өфөнөң Октябрь районы 35 йыллығын билдәләй. Тантаналы кисә Дәүләт академия рус драма театрында үтәсәк. Байрамға райондың сәнәғәт предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, спорт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары саҡырылған. Уларҙың күптәренә йола буйынса маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юбилей тантаналары алдынан ҙур әҙерлек эштәре алып барылған: районда конкурстар, музыкаль фестивалдәр, спорт ярыштары, күләмле экологик акциялар үткәрелгән.
Ҡаланың иң йәш районының үҙешмәкәр артистары, ижади берекмәләр һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре юбилей айҡанлы ҙур концерт әҙерләгән.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
юбилей
Читайте нас