11:50 (UTC+5), 03 Май 2012

Өфөлә Белорет көнө үткәрелә

Әлим Фәйезов
Кисә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡаланың нигеҙ һалыныуына 250 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә Өфөлә Белорет көнөн үткәреүгә арналған эш кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Белорет районы хакимиәтенең һәм Белорет ҡалаһы предприятиеларының вәкилдәре, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, Өфөләге Белорет яҡташтар берлеге вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмә барышында 28 майҙа үткәреләсәк байрам сараһына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Әйтергә кәрәк, был көндө 15 сәғәттән башлап «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән күргәҙмә йәйелдереләсәк. Шулай уҡ Белорет предприятиелары менән сығарылған тауарҙар күргәҙмәһе-сауҙа ойоштороласаҡ. Кисен, 19 сәғәттә, ҙур байрам концерты башлана, унда Белорет районында тыуып үҫкән Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнаша. Сараға инеү бушлай, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтендә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика