Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2012, 13:54
Еңеү көнө алдынан Башҡортостан вуздарында ветерандарҙы тәбрикләйҙәр
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеү алдынан республикалағы юғары уҡыу йорттары студенттары, уҡытыусылары һәм етәкселәре ветерандарҙы — вуздарҙың элекке педагогтарын һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләй.
Өфө дәүләт авиация техник университетында тантаналар бөгөн үтә. Программала — тынлы оркестр оҙатыуында тантаналы марш, Хәрби Дан мемориалына сәскәләр һалыу, хәрби-спорт эстафетаһы.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ветерандарҙы 4 майҙа ҡотлайҙар. Сара 2-се корпуста төшкө икелә башлана. Байрам сиктәрендә 44 ветеран өсөн студенттар һуғыш йылдары йырҙарын башҡарасаҡ, һуғыш геройҙарын байрам ашына саҡырасаҡ. Еңеү көнө айҡанлы уларға матди ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралған.
Башҡорт дәүләт университеты студенттары ошондай уҡ акцияны 5 майҙа үткәрә. БашДУ ветерандары, студенттары, профессорҙар-уҡытыусылар составы юғары уҡыу йортоноң төп корпусындағы мемориаль стелаға сәскәләр һаласаҡ. Артабан уларҙы байрам концерты һәм сәй табыны көтә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
еңеү көнө
вуздар
Читайте нас