08:30 (UTC+5), 03 Май 2012

Башҡортостанда икенсел сеймалды ҡабул итеү пункттарының интерактив картаһы эшләй

Галина Бахшиева
Экология порталында Башҡортостан Республикаһындағы икенсел ресурстарҙы ҡабул итеү пункттарының яңы интерактив картаһы барлыҡҡа килде.
— Көн һайын көндәлек сүп-сарҙа ҡағыҙ, быяла, алюминий, ПЭТ һәм пластик кеүек ҡиммәтле фракциялар бөтөнләйгә юғала. Улар барыһы ла артабан файҙаланыуға яраҡлы. Күп осраҡта кешеләр уларҙы ҡайҙа тапшырырға белмәй. Әлегә тиклем икенсел сеймал ҡабул итеү һәм эшкәртеү урындары тураһында айырым-айырым мәғлүмәт бирелде, берҙәм мәғлүмәт базаһы булманы. Проблеманың көнүҙәк булыуын белеп, беҙ республика биләмәһендә икенсел ресурстар ҡабул итеү пункттарының интерактив картаһын булдырыу проектын тормошҡа ашыра башланыҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта картала икенсел сеймалды эшкәртеү менән шөғөлләнгән 60-тан ашыу предприятие билдәләнгән һәм уларҙың телефондары күрһәтелгән.
Әкренләп карта яңыртыла һәм тулылана барасаҡ. Был эштә карта төҙөүселәр әүҙем ҡулланыусыларҙың һәм ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең ярҙамына иҫәп тота.
Уңайлыраҡ булһын өсөн икенсел сеймал төрлө төҫтәр менән төрҙәргә бүленгән: макулатура, быяла, металл, пластик, текстиль. Картала хәүефле ҡалдыҡтар ҡабул итеү пункттары ла билдәләнгән. Был исемлеккә терегөмөшлө лампалар, оргтехника, автомобиль покрышкалары, май һеңгән ҡалдыҡтар һәм аккумулятор батареялары инә.
— Кире бәйләнеш тә ҡаралған. Мәҫәлән, ҡулланыусылар картаны нисек баһалауҙары тураһында яҙып ҡалдыра, мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе йәки яңы пункт асылыуы тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн махсус форманы тутырып, уны беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Шулай итеп, теләге булған һәр кеше беҙҙең картала булмаған, әммә уға билдәле теләһә ниндәй пункт тураһында мәғлүмәт өҫтәй аласаҡ. Һәр беребеҙ планетаға ябай ғәмәлдәребеҙ менән ярҙам итә ала! Сүп-сарҙы ташламағыҙ, уны эшкәртеүгә тапшырығыҙ. Ә ҡайҙа тапшырырға икәнен беҙҙең интерактив карта әйтер, — ти Альбина Шәмсетдинова.
Эко-порталда тағы ике интерактив проект – һауа торошоноң картаһы менән тәбиғи ҡурсаулыҡтар картаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика