Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2012, 16:29
5 майҙа 112-се Башкавдивизия яугирҙары һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ
5 майҙа Өфөнөң Дим районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығына арналған тантана үткәрелә. Байрам 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында 104-се урта мәктәптә үткәрелә. Был сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр саҡырылған. Ҡунаҡтарға райондың үҙешмәкәр коллективтары концерт әҙерләй. Хәрбиҙәрҙең һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Өфөләге махсус тәғәйенләнештәге отрядынан байраҡсылар төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә.
Байрам 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланасаҡ.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
хәтер
Читайте нас