04:41 (UTC+5), 28 Апреля 2012

Мәскәүҙә Рәсәй медицина берләшмәһе менән Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Йома, 27 апрелдә, Мәскәүҙә Рәсәй медицина берләшмәһе менән Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа академик Евгений Чазов һәм БДМУ профессоры Шамил Ганцев ҡул ҡуйҙы. Ул төрлө йүнәлештәрҙә - һаулыҡ һаҡлау өлкәһен ойоштороу, инновацион технологиялар, медицина кадрҙарын әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота.
— Әгәр ҙә беҙ Башҡортостанда эре компетенция үҙәктәрен булдырыуға өлгәшһәк, юғарыраҡ кимәлгә сығасаҡбыҙ, - тип иҫәпләй Шамил Ганцев. – Үҙәк ғилми тикшеренеү институттары федераль медицина берләшмәһе составында эшләй. Улар менән хеҙмәттәшлек итеп, әлбиттә, республикала медицинаны һәм фәнде үҫтереү өсөн яңы импульс аласаҡбыҙ. Килешеү беҙҙең өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Тик быны дөрөҫ итеп, төптән уйлап үткәреү зарур. Формаль рәүештә ҡул ҡуйыу ғына түгел, ә эшләргә кәрәк.
Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре шәмбе, 28 апрелдә, Башҡортостан кинематографсылары төшөргән документаль, нәфис һәм анимацион фильмдар күрһәтеү менән тамамланасаҡ.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика