Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2012, 13:29
Өфөлә сноуборд-парк төҙөләсәк
Өфө 2012-2013 йылдар миҙгелендә Burton сноуборд-парктары төҙөләсәк ҡалалар иҫәбенә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәйҙең 13 ҡалаһында Burton Parks төҙөү өсөн ике аҙна дауамында тауыш биреү алып барылды.
Был арала ҡала халҡы менән 300-ҙән ашыу агитацион видеоролик төшөрөлдө һәм монтажланды, йөҙәрләгән ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле фото төшөрөлдө. Тауыш биреүгә бер аҙна ҡалғас, яңылыҡтар менән 15-ләгән телесюжет сығарылды. Бөтә ил буйынса еңеүгә дәғүә иткән ҡалаларҙы яҡлап акциялар үтте, унда 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Тауыш биреү өсөн сайтҡа 5200000 кеше инеп сыҡҡан, дөйөм алғанда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 736803 кеше тауыш биргән.
Өфөнән тыш, Ҡазан, Абакан, Ижевск, Мурманск, Петропавловск-Камчатский, Южно-Сахалинск, Владивосток, Һарытау, Төмән, Барнаул, Ырымбур, Яр Саллы ҡалалары ла еңеүселәр исемлегенә ингән.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
сноуборд-парк
тауыш биреү
Читайте нас