08:09 (UTC+5), 28 Апреля 2012

Благовещенда «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» акцияһы дауам итә

Гүзәл Нурисламова, Әлим Фәйезов | фото: Гүзәл Нурисламова
Ҡасандыр совет осоронда пионерҙар металл һыныҡтарын йыйып, ә китап һөйөүселәр махсус пункттарға макулатура тапшыра торғайны. Көн элгәре был матур йолаларҙың дауам ителеүен Благовещенда, «Факел» балалар ижады үҙәге һәм 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәләрендә, күҙәтеп була ине. «Яратҡан таҙа ҡалам» район экологик акцияһы сиктәрендә бына инде икенсе йома ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу пункттары асыла һәм эшләй. Теләгән һәр кем иҫке әйберҙәр алып килеп, урынына бүләк ота ала. Иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә - мәктәп уҡыусылары. Уларҙың күптәре, акцияла ҡатнашыу менән бер рәттән, яҡын тирәләге урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартты.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акция һуңғы тапҡыр үткәрелмәй. Теләгән һәр кем ҡала таҙалығына үҙ өлөшөн индереп, бүләк ота ала әле.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика