Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2012, 14:24

4 майҙа хәләл-индустрия үҫешенә арналған матбуғат конференцияһы көтөлә

4 майҙа «Башинформ» агентлығында «Башҡортостанда хәләл индустрия торошо һәм уны үҫтереү перспективалары» темаһына арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет рәйесе Тимур Шәңгәрәев хәләл продукция етештереү, уны һатыу һәм Башҡортостан предприятиеларының алдағы «KAZANHALAL 2012» һәм «MOSCOW HALAL EXPO 2012» халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнашыуы тураһында һөйләйәсәк. Матбуғат конференцияһында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы етәкселәре ҡатнаша.
Башлана – сәғәт 11-ҙә.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Теги:хәләл
Читайте нас: