Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 18:54

Туймазыла «Яратам һине, тормош!» республика фестиваленең зона туры үткәрелде

Туймазының «Родина» мәҙәниәт һарайында «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестиваленең зона туры үтте. Октябрьский ҡалаһынан, республиканың 11 муниципаль районынан артистар йырланы ла, бейене лә, шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.
— Оло быуын кешеләренең үҙешмәкәр ижады фестивале республикала тәүгә үткәрелә, - тип билдәләне жюри рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Измайлова. – Ул республика Хөкүмәте һәм төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән ойошторола. Ололарҙы бәхетле итеп күреү ҡыуаныслы. Зона конкурстарында иң сағыу номерҙар һайлап алынасаҡ, улар Өфөлә июнь башында үтәсәк гала-концертта тәҡдим ителәсәк.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас