Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 12:42

Рәсәй халыҡ-ара олимпия университеты донъя кимәлендәге белгестәр әҙерләйәсәк

Беренсе Бөтә Рәсәй спорт журналистары форумының икенсе көнөндә Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетының һәм уның белем биреү программаһының презентацияһы үтте.
Уҡыу йортоноң генераль директоры Лев Белоусов былай тине:
— Донъяла башҡа бындай юғары уҡыу йорто юҡ. Олимпиадаға әҙерлек ваҡытында тупланған тәжрибәне белем биреү программаларына индерергә теләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Сочиҙа бөтә донъя өсөн спорт өлкәһендәге белгестәр әҙерләйәсәк университет булдырыла, - тине ул.
2011 йылдан университет квалификация күтәреү буйынса махсус курстар ойоштора, ә спорт менеджерҙарын комплекслы әҙерләү 2013 йылда башлана. Белоусов университеттың бакалаврҙар әҙерләмәйәсәген белдерҙе. Уҡыу йортонда юғары белемле кешеләр уҡыясаҡ, университет икенсе кимәлдәге өҫтәмә белем бирәсәк.
— Беҙҙең вузда юғары белемле кешеләрҙең генә түгел, ә спорт индустрияһына – спорт объекттары менән идара итеүгә, спорт сараларына етәкселек итеүгә йәлеп ителгән кешеләрҙең дә уҡыуын теләр инек. Иң мөһиме – ул кешеләрҙең карьера буйынса, профессиональ йәһәттән үҫешергә теләге, лидерлыҡ һыҙаттары булһын, - тип билдәләне Лев Сергеевич.
Университетта Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары, халыҡ-ара спорт федерациялары етәкселәре, Рәсәй һәм сит илдәрҙең иң яҡшы белгестәре уҡытасаҡ.
Рәсәй халыҡ-ара олимпия университеты биш йүнәлеш буйынса белем бирәсәк. Уҡыу йорто Сочиҙың интеллектуаль һәм мәҙәни үҙәге, иҫтәлекле урыны буласаҡ.
Бынан тыш, форумдың киске ултырышында BBC телекомпанияһы хәбәрсеһе, «Allday Media» компанияһын булдырыусы һәм уның директоры Дэвис Идс сығыш яһаны. «BBC телекомпанияһының спорт журналистикаһы серҙәре» исемле үҙенсәлекле презентацияла ул эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм 2012 йылда Лондонда үтәсәк Олимпиадаға әҙерлек һәм уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Автор:Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин
Читайте нас: