Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 18:15
БДПУ-ла буласаҡ уҡытыусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк
28 апрелдә 10-16 сәғәттәрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында буласаҡ уҡытыусылар өсөн бишенсе вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк.
Сара Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы, Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр университеттың матбуғат хеҙмәтенән. Йәрминкәлә республиканың алдынғы белем биреү учреждениелары, төбәктең эш биреүселәре һәм сығарылыш курс студенттары ҡатнашасаҡ. Республика вакансиялар йәрминкәһе программаһында юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың эш биреүселәр (министрлыҡ һәм ведомство, мәғариф учреждениелары етәкселәре) менән осрашыуы, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, компаниялар презентацияһы, «Үҙең менән таныштырыу. Шәхси имидж булдырыу» оҫталыҡ дәресе, төрлө тестар ҡаралған. Шулай уҡ мобиль халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләйәсәк.
Эш тәҡдим итеүселәр 2012 йылда уҡыу йортон тамамлаусы иң яҡшы һәм һәләтле йәштәрҙе һайлап алыу мөмкинлеге менән файҙалана ала. Ә йәштәр, эш биреүселәр менән туранан-тура аралашып, иртәгә үк карьераһын башлай ала.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас