06:25 (UTC+5), 26 Апреля 2012

Олимпиада һәм Паралимпиада геройҙары өлгөһө патриотик тойғолар һәм сәләмәт быуын тәрбиәләүҙә ярҙам итәсәк

Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин
Сочиҙа үткән I Бөтә Рәсәй спорт журналистары форумы барышында Сочи-2014 Илсеһе алты тапҡыр паралимпия чемпионы Сергей Шилов һәм саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Громова 2014 йылғы Паралимпия уйындарының презентацияһын үткәрҙе. Сара барышында Уйындарҙа буласаҡ бөтә спорт төрҙәре һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән геройҙар хаҡында бәйән ителде. Улар – спортсылар һәм, ғөмүмән, тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләгән кешеләр өсөн өлгө булып тора.
Шулай уҡ Олимпия комитеты эшмәкәрлеге хаҡында уның президенты Александр Жуков һөйләне, ул спортты һәм физик культураны пропагандалауға айырыуса иғтибар бүлде.
— Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында меңдән ашыу дәрес үткәрҙек. Мәктәптәргә беҙҙең олимпия чемпиондары килде, улар үҙҙәренең спорт төрө һәм Олимпия уйындары тарихы хаҡында һөйләне. Бындай дәрестәр балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күп уҡыусылар бынан һуң спортҡа мөнәсәбәтен үҙгәртә, улар олимпия хәрәкәтенең идеалдары хаҡында хәбәрҙар була, - тип билдәләне Александр Жуков.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика