07:54 (UTC+5), 26 Апреля 2012

Халыҡ-ара бейеү көнөндә өфөлөләрҙе бейергә өйрәтәсәктәр

Розалия Вәлиева
Өфөлә Халыҡ-ара бейеү көнө 29 апрелдә 17 сәғәттә Каруанһарай алдындағы төп майҙанда билдәләнәсәк.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге сығыш яһай. «Дорожное радио» сараны мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итә. Төрлө быуындар, йәштәр һәм ололар араһындағы сикте юйыу байрамдың төп идеяһы булып тора.
– Бындай сара ҡалала тәүгә үткәрелә, - тине БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Таһир Ғизәтуллин. – Байрамға Өсөнсө быуын университетында белем алыусылар саҡырылды. Тәжрибәле инструкторҙар уларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрәсәк, ә дәрестәр ололарҙың һаулығын нығытасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика