Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2012, 16:51
Өфөлә «Мин - журналист» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде
Өфөлә «Мин - журналист» конкурсына йомғаҡ яһалды, уны «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
Һәләтле йәштәрҙе профессиональ журналистлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелгән конкурста 18 йәштән алып йәш авторҙар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның матбуғат хеҙмәтенән. Унда киң мәғлүмәт сараларының штаттағы һәм штаттан тыш хәбәрселәре ҡатнашты.
Конкурста еңеүселәр алты номинацияла билдәләнде: баш мөхәррир; мөхәррир урынбаҫары; хәбәрсе; фотохәбәрсе; компьютерҙа версткалау буйынса белгес; корректор. 12 кеше финалға сыҡты. Уларҙың барыһы ла профессиональ журналистарҙың лекцияларын тыңлау мөмкинлегенә эйә булды, журналистар менән осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты бинаһында ойошторолдо.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
конкурстар
киң мәғлүмәт саралары
йәш гвардия
Читайте нас: