07:02 (UTC+5), 25 Апреля 2012

Хәйбуллалар Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында булды

Людмила Терновая
Хәйбулла районы делегацияһы визит менән Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Оло Сурай ауылында булды. Делегация составында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ибраһимов, шулай уҡ райондың ижади коллективтары булды.
Визит сиктәрендә ауыл халҡы өсөн концерт ойошторолдо, Башҡортостан һәм Хәйбулла районы тураһындағы баҫма продукция таратылды.
Күршеләр араһындағы дуҫлыҡ нығыныр, ә башҡорт ауылдары, халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап, артабан үҫешер, тигән ышанысын белдерҙе хәйбуллалар.
Ҡыуандыҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәбит Тайгунов ауыл халҡы өсөн ойошторолған байрамдың әһәмиәтле булыуын билдәләне.
— Саралар башҡорт ауылы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бик оҡшаны, - тип белдерҙе Ғәбит Тайгунов. – Айырыуса «Сиҙәм» һәм «Йондоҙсоҡ» балалар ансамблдәренең, шулай уҡ профессиональ артистарҙың сығыштарын билдәләп үтке килә. Бындай сараларҙы үткәреү мөһим, сөнки улар башҡорт халҡының бай мираҫы менән таныштыра. Яҡын күршеләребеҙ – хәйбуллалар беҙҙең өсөн өлгө булып тора, шуға күрә һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика