07:31 (UTC+5), 24 Апреля 2012

Өфөлә баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр форумы үтә

Эльмира Сабирова
Бөгөн Өфөлә Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында «Баланы тәрбиәгә алған ғаилә - йылы йорт» республика форумы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан опекундар (попечителдәр), баланы тәрбиәгә алған ата-әсәләр, патронат тәрбиәселәр, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусылар, шулай уҡ опека һәм попечителлек органдары белгестәре, республиканың дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт, хәйриә ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйылды.
Форум сиктәрендә баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам итеүгә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр; баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә медицина һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеү; баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе әҙерләү һәм уларҙы оҙатып барыу мәсьәләләре тикшерелә.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Республика етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу үҙәге ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика