07:39 (UTC+5), 24 Апреля 2012

Башҡортостандың Поляк мәҙәниәте үҙәге 15 йыллығын билдәләне

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге нигеҙ һалыныуына 15 йыл тулыуын билдәләне. Юбилей уңайынан «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында А.П.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенең концерты үтте. Концерт шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Польша Республикаһында Януш Корчак йылына арналды.
Концерт барышында рус, поляк, башҡорт телендәге йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны, поляк бейеүҙәре һәм «Ҡыҙыл башлыҡ» спектакле күрһәтелде.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһындағы Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова-Лисовскаяның хәбәр итеүенсә, поляк йәкшәмбе мәктәбе Өфөлә 1999 йылдан эшләй, ул 21-се лицей бинаһында урынлашҡан. Белем биреү процесы тулыһынса мәҙәниәт-ара тәрбиә принциптарына ҡоролған. Мәктәптә поляк теле һәм әҙәбиәте, Польша тарихы, музыкаһы һәм географияһы, поляк кухняһы, фольклоры, халыҡ сәнғәте һәм уйындары, этикет уҡытыла. Тәрбиә эше «Ял ваҡыты», «Сығанаҡтарға ҡайтыу», «Ғаилә» кеүек маҡсатлы программалар буйынса алып барыла, уҡытыусылар араһында фән докторҙары һәм кандидаттары, юғары категориялы педагогтар бар. Мәктәпте тамамлаусылар бик йыш Польшаның абруйлы вуздарына уҡырға инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика