10:08 (UTC+5), 23 Апрель 2012

«Минең республикам» йәштәр экологик акцияһында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты

Эльмира Сабирова
Өфөлә старт алған «Минең республикам» йәштәр социаль-экологик акцияһының беренсе этабында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Йәштәр эштәре һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар иҫәбендә - 17 уҡыу йорто һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре. Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы, Өфө авиация техникумы, Башҡортостан кооператив техникумы, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы, студенттарҙың «Изге йөрәк» махсус отряды (БДАУ), «БР Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы» төбәк йәштәре йәмәғәт ойошмаһы, БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге активистары сарала әүҙем ҡатнашты.
БР Йәштәр эштәре һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин билдәләүенсә, акцияла ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта.
Йәштәр Ағиҙел йылғаһы буйын сүп-сарҙан таҙартты. Йәмғеһе 40 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды.
Иң күп сүп-сар йыйыусы командалар өсөн Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге грамоталар һәм приздар тапшырҙы. Акция һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты командаһы сыҡты. Икенсе урынды Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенттары яулаһа, Башҡорт дәүләт аграр университеты активистары өсөнсө булды.
Өмә «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы сиктәрендә үткәрелде.
Сараны ойоштороусылар булып Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында БР Йәштәр эштәре һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сығыш яһаны.
Беренсе этап 19 майға тиклем дауам итәсәк, икенсеһе ағымдағы йылдың октябрендә старт аласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика