Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2012, 16:31

Май байрамдарына ете ял көнө тура килә

Май байрамдарына Башҡортостанда, илдәге бик күп башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, дөйөм алғанда ете ял көнө тура киләсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 20 июлендәге «2012 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы 581-се ҡарарына ярашлы, киләһе ял көндәре — шәмбе 28 апрелдән — дүшәмбе 30 апрелгә (байрам алды көнөнә); шәмбе 5 майҙан — дүшәмбе 7 майға; шәмбе 12 майҙан шишәмбе 8 майға (байрам алды көнөнә) күсерелгән. Ә 28 апрелдәге һәм 12 майҙағы эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһында май байрамдарында 29, 30 апрель, 1 май һәм 6, 7, 8, 9 май ял көндәре буласаҡ.
РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас