10:40 (UTC+5), 23 Апрель 2012

Өфө уҡыусылары Ер-әсә көнөндә сәскәләр ултыртты

Тимур Рәхмәтуллин
Үткән йәкшәмбелә Өфөлә Халыҡ-ара Ер-әсә көнөн билдәләү сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, Өфөнөң мәктәп-интернаттарында уҡыусылар – йәмғеһе 30-ҙан ашыу бала Пушкин һәм Ленин урамдары киҫешкән урында сәскәләр ултыртыуҙа ҡатнашты. Сараны Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.
Мәктәп уҡыусылары волонтерҙар менән бергә өс түтәлдә сәскә ултыртты. Бынан һуң экологик акцияла ҡатнашыусылар теләктәр теләп, күккә һауа шарҙары осорҙо. Аҙаҡтан балалар «Макдоналдс» ресторанына байрам ашына юлланды.
Балалар һүҙҙәренсә, был сара уларға бик оҡшаған. БДМУ ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, бындай акциялар бик актуаль, балалар өсөн улар кәрәкле һәм файҙалы.
— Әгәр һәр беребеҙ инвалид балалар өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш эшләһә, уларҙың тормошо яҡшыраҡ буласаҡ - тип иҫәпләй ул.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Таһир Ғизәтуллин да вуз ректоры фекере менән килешә.
— Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге менән Йәштәр палатаһы мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлау өлкәһендә күптән бергә эшләй инде, - тине Таһир Ғизәтуллин. – Бындай саралар балалар өсөн бик мөһим, тип иҫәпләйбеҙ. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур шатлыҡ менән уларҙа ҡатнаша, ә беҙгә уларҙың шат йөҙҙәрен күреү – ҙур ҡыуаныс.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика