08:59 (UTC+5), 21 Апреля 2012

Ә.Д.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе «Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» энциклопедияһына индерелде

Розалия Вәлиева
«Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» бөтә Рәсәй энциклопедияһының сираттағы сығарылышындағы «Рәсәй мәғарифы» бүлегенә Өфөнөң Ленин районындағы 9-сы балалар музыка мәктәбе лә индерелде, тип хәбәр итә Мәскәүҙәге «Спец-Адрес» нәшриәтенең матбуғат хеҙмәте белгесе Виктория Полухина. «Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» энциклопедияһы http://deti.llr.ru/ «2011-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһы сиктәрендә сыға.
Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәбенә - 50 йыл. Мәктәп педагогтары, балалар менән шәхси эшләүҙән тыш, үҙ эшмәкәрлегендә компьютер, мультимедия технологияларын һәм электрон музыка ҡоралдарын ҡуллана. Мәктәп уҡыусылары музыкаль форумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дә шөғөлләнәләр. Бындай балалар өсөн махсус белем биреү программалары булдырылған, һәм уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә уңыштарға өлгәшә, еңеүсе һәм дипломант исемдәрен яулай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика