11:34 (UTC+5), 20 Апреля 2012

Өфөлә ҡан тапшырыу буйынса «Донъяны яҡтырт» акцияһы үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Милли донор көнө - 20 апрелдә Өфөлә ҡан тапшырыу буйынса «Донъяны яҡтырт» хәйриә акцияһы үтте. Уны Киров районы хакимиәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе, Республика ҡан тапшырыу станцияһы ойошторҙо.
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итеүенсә, акцияға «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР йәштәре хәрәкәте һәм ҡайһы бер коммерция предприятиелары ла ҡушылды. Ғәҙәттәгесә, акцияла «Йәш Гвардия» активистары, Башҡорт дәүләт медицина университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар бүләктәр алды. Бынан тыш, акция барышында төрлө приздар уйнатылды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, акцияла ҡатнашыусылар йыл һайын яҡынса 400 литр ҡан тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика