09:38 (UTC+5), 20 Апреля 2012

Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы 22 апрелдә Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

Тимур Рәхмәтуллин
22 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.
Магистратураға уҡырға инергә теләүселәр – «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Менеджмент», «Иҡтисад» йүнәлештәре тураһында, ә бакалавриатҡа теләгәндәр «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Документтар һәм архив менән эшләү», «Менеджмент», «Политология», «Психология», «Иҡтисад», «Юриспруденция» белгеслектәре тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында билдәләүҙәренсә, был абитуриенттар, студенттар һәм сығарылыш уҡыусылары менән быйылғы йылдағы икенсе осрашыу. Февралдә академия ошондай бер нисә сара үткәргәйне инде, әммә ҡыҙыҡһыныу артыуы һәм абитуриенттар менән ата-әсәләрҙең һорауы буйынса юғары уҡыу йорто апрелдә тағы ла ҡунаҡтар саҡыра.
Абитуриенттар факультет декандары, кафедра мөдирҙәре менән аралаша, бакалавр һәм магистрлыҡ программалары менән таныша, уҡырға инеүгә бәйле һорауҙары буйынса консультация ала аласаҡ.
Башлана – сәғәт 11-ҙә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика