12:15 (UTC+5), 20 Апреля 2012

Благовещенда «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик акцияһы старт алды

Әлим Фәйезов | фото: Таһир Фәйзуллин, Любовь Белова
Башҡортостанда үткәрелгән «Минең республикам» йәштәр экологик акцияһы сиктәрендә көн элгәре Благовещен ҡалаһында студенттар Өфө-Яңауыл автотрассаһы буйын сүп-сарҙан таҙартты, шулай уҡ «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик проектының тәүге этабы үткәрелде. Был акция ҡала хакимиәте менән берлектә урындағы йәштәр менән ойошторола.
Өс сәғәт дауамында махсус билдәләнгән урындарҙа халыҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшырҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Панорама» ҡала гәзите хеҙмәткәре Таһир Фәйзуллин. Волонтерҙар хәрәкәте активистары – Благовещендағы урта махсус уҡыу йорттары студенттары акцияла ҡатнашыусы өлкәндәргә - иҫтәлекле листовкалар һәм сувенирҙар, балаларға татлы приздар таратты.
Бындай сараның ҡалала тәүгә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, халыҡта ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тип билдәләй «Панорама» ҡала гәзите хеҙмәткәрҙәре. Мәктәп уҡыусылары сарала айырыуса әүҙем ҡатнашты. Был көндө ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыуға үҙ өлөшөн йөҙҙән ашыу кеше индерҙе.
Бының менән «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик проекты тамамланмай, тип билдәләне муниципаль район хакимиәтенең йәштәр мәсьәләләре буйынса секторы мөдире Рөстәм Сәләхиев. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү райондың «Яратҡан таҙа ҡалам» экологик акцияһы тамамланғанға тиклем һәр йома һайын ойоштороласаҡ. Өҫтәүенә алдағы аҙнанан был сараға эре ауыл биләмәләре территорияларын да йәлеп итеү планлаштырыла.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика