Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.45
-0.28
93.23
-0.34
60.39
-0.18
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2012, 12:10

Төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары менән аралаша

18 апрелдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужиндың онлайн-конференцияһы үтә.
Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, ведомство башлығына мөрәжәғәт итә ала.
i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Рәмил Исҡужиндың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас