Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2012, 10:57
Республикала Ҡондоҙ көнө үтәсәк
Башҡорт дәүләт университетының волонтерҙар үҙәге «Ҡондоҙ көнө» акцияһын ойоштора. Уның маҡсаты – макулатура йыйыу. Кесе йома, 19 апрелдә 8.30-19.30 сәғәттәрҙә университеттың төп уҡыу корпусы фойеһында иҫке ҡағыҙ һәм ҡатырға изделиелары ҡабул ителәсәк. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән акцияла уҡыу йортонда 1300 килограмм макулатура йыйылған, шулай итеп, яҡынса 64 ағас һаҡлап ҡалынған.
«Ҡондоҙ көнө»ндә иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
акциялар
юғары уҡыу йорттары
Читайте нас