07:44 (UTC+5), 18 Апреля 2012

Фидан Ғафаров «Бәхет хаҡы» спектаклендә уйнаясаҡ

Розалия Вәлиева
Фидан Ғафаров ҡатнашлығындағы «Бәхет хаҡы» спектакленең премьераһы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 19 һәм 20 апрелдә үтәсәк.
Шағирә Хәлисә Мөҙәрисова әҫәре буйынса театр режиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйған спектаклдә Фидан Ғафаров менән бергә Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғәзетдинова, Заһир Вәлитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Әхәт Хөсәйенов, Хәмиҙулла Яруллин, Светлана Хәкимова, Тәнзилә Хисамова һәм йәш артистар уйнаясаҡ.
— Тематикаһы һәм тәбиғәте буйынса Зариф роле миңә бик яҡын, - тине Фидан Сафа улы. – Геройымдың спектаклдәге тормошо минекенә бик оҡшаш. Гүйә, сәхнәләге ваҡиғаларҙа минең ижади һәм ҡатмарлы тормош юлым сағыла. Эйе, һәр кешенең тормошта үҙ юлы була. Спектакль геройҙарыныҡы ла шулай уҡ: кемдер яҙмышы менән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып йәшәй, ә кемдер тормошта буй етмәҫлек үрҙәргә ынтыла, дан, абруй, танылыу артынан ҡыуа. Кеше тормошонда аңлатып бирмәҫлек тылсымлы, серле көскә эйә булған, йәшәйештең айырып алғыһыҙ өлөшө булған ижад геройҙарҙы тормошта иң ҡәҙерле һәм иң мөһим нәмә - бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика