Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2012, 12:33

Эстафета арҡаһында Өфөлә ваҡытлыса транспорт хәрәкәте үҙгәрәсәк

«Бөтәһе лә сәләмәт милләт өсөн» еңел атлетика эстафетаһы үткәрелеүе арҡаһында Өфөнөң Дим районында йәмәғәт транспорты хәрәкәтенең маршруты үҙгәртеләсәк. Сара 28 апрелдә үтәсәк. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө сәғәт 10.30-ҙан 13.00-гә тиклем 14, 214, 54, 57, 57а, 257к, 235, 216, 216к, 218 һанлы автобустар ЮХХДИ, «Тиҙ ярҙам» станцияһы һәм Дим тимер юл станцияһы ҡаршыһындағы туҡталыштар менән Үҙәк — М.Йәлил — Левитан урамынан йөрөйәсәк.
Ойоштороу комитеты ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас