11:04 (UTC+5), 18 Апреля 2012

26 апрелдә Өфөлә «Урман батырҙары» тәбрикләнәсәк

Любовь Колоколова
26 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йыйылыштар залында «Урман батыры-2012» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк, унда ҡырағай хайуандарҙы һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлауға айырыуса ҙур өлөш индергән кешеләр тәбрикләнәсәк. Лауреаттар иҫәбендә - ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары етәкселәре, журналистар.
— Дөйөм алғанда быйыл наградаға 73 кандидатура тәҡдим ителде, уларҙан 52 кеше буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе, республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды рәйесе Камил Йыһаншин. – Беҙҙең республика белгестәре менән бер рәттән конференция эшендә Мәскәү, Киров, Брянск ҡалаларынан да йәмғеһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Улар араһында билдәле яҙыусы һәм журналист, Ленин һәм Президент премиялары лауреаты Василий Песков та бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урман батыры» конкурсы Камил һәм Татьяна Йыһаншиндар менән тәбиғәтте яратҡан улдары Олег иҫтәлегенә 1993 йылда булдырылған. «Урман батыры» дипломдары менән 286 кеше бүләкләнгән.
Конкурстың барлыҡ номинацияларында еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм күкрәккә таға торған билдәләр менән наградланасаҡ.
Башлана – 15.00 сәғәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика