Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2012, 10:16
Урманда тағы шартлау яңғыраны
Ошо ял көндәрендә Иглин районының Урман ауылындағы шәхси ихаталарҙың береһендә тағы шартлау яңғыраны. Быға урмандан артиллерия снарядының гильзаһын өйөнә алып ҡайтҡан 55 йәшлек ир-азамат сәбәпсе. Ул боеприпасты металл ҡабул итеү пунктына тапшырырға уйлаған, ә быға тиклем гильзалағы дарыны яндырырға ҡарар иткән. Снаряд шартлаған. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына берәү ҙә зыян күрмәгән,ә шартлатыусы алдан уҡ һарай артына йәшеренгән булған. Уның өйөндә полиция хеҙмәткәрҙәре 1,5 килограмдан ашыу дары тапҡан, улар, хужа әйтеүенсә, хәрби база янынан йыйып алынған.
— Шартлатҡыс матдәләр һаҡлаған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әле эш асыу мәсьәләһе хәл ителә, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — Полиция, боеприпастар йыйыу һәм һаҡлау ғүмер өсөн хәүефле булыуҙан тыш, законға бәйле етди проблемалар менән дә янай, тип иҫкәртә.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
ғәҙәттән тыш хәл
Читайте нас