16:01 (UTC+5), 17 Апреля 2012

«Тәбиғәт» предприятиеһы Өфөлә терегөмөшлө лампалар йыйыуҙы ойоштора

Галина Бахшиева
Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы 21 апрелдә «Минең ҡалам — минең өйөм» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөлә энергия һаҡлаусы лампалар йыйыуҙы ойоштора.
— Бөгөн бөтә ерҙә - фатирҙа, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, эштә лә энергия һаҡлаусы лампалар ҡулланабыҙ. Бындай лампаны сүп-сар үткәргес торбаға йәки контейнерға ташларға ярамағанлығын һәр кем белә, сөнки унда ағыулы матдә - терегөмөш бар. Шуға күрә бындай лампаларҙы тейешле тәртиптә утилләштерергә кәрәк, — тип иҫәпләй предприятиеның инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
Уның әйтеүенсә, һәр өфөлө иҫке лампаларын бушлай тапшыра ала. Бының өсөн уларҙы Якутов исемендәге паркка, «Ҡашҡаҙан»ға йәки «Искра» кинокомплексы алдындағы майҙанға алып килергә кәрәк.
Якутов паркында халыҡтан терегөмөшлө лампалар йыйыусы махсус күсмә пункт – Башҡортостандағы берҙән-бер экомобиль эшләйәсәк. «Ҡашҡаҙан» паркында һәм «Искра» кинокомплексы алдындағы майҙанда ҡулланылған лампаларҙы йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ.
— Беҙ Өфө халҡын тәбиғәтте һаҡлау акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Килегеҙ һәм боҙолған терегөмөшлө лампаларығыҙҙы тапшырығыҙ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға беренсе аҙымығыҙҙы эшләгеҙ, — тине Альбина Шәмсетдинова.
Акция 14.00-дән 15.30-ға тиклем үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика