11:35 (UTC+5), 16 Апрель 2012

Йылайырҙың төпкөл ауылдарына ла кәрәҙле элемтә килеп етте

"Башинформ"
Йылайыр районының Матрай һәм уға яҡын ауылдарҙың халҡы кәрәҙле элемтә булмауына бик йыш зарланды. Мөмкинлек сыҡҡан һайын матрайҙар район етәкселегенән уларҙың ауылында ретрансляция вышкаһы ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙе һораны. Дәүләт Думаһына депутаттары һәм ил Президенты һайлауҙары алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһына ла улар ошондай уҡ наказ бирҙе.
Район хакимиәте БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә граждандар мөрәжәғәттәрен үҙ контроленә алды һәм был мәсьәлә буйынса илдең алдынғы кәрәҙле элемтә операторҙарына мөрәжәғәт итте.
Һәм бына 13 апрелдә Матрайҙа ауыл халҡы өсөн мөһим ваҡиға булып үтте –бында кәрәҙле элемтә операторҙарының береһенең станцияһы асылды.
Матрайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға һәм уларҙы был ваҡиға айҡанлы ҡотларға республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин килде.
— Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо заманса мобиль элемтәһеҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, — тине митингыла ауылдаштары исеменән сығыш яһаған уҡытыусы Лилиә Дистанова. – Район, республика етәкселегенә беҙҙе хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәт. Был кәрәҙле элемтә станцияһы туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән араларыбыҙҙы яҡынайтты. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙер Ерҙең теләһә ҡайһы нөктәһе менән бәйләнешкә керә алыуыбыҙға шатбыҙ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика