06:09 (UTC+5), 16 Апрель 2012

Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың йәш башҡарыусылары концерт менән сығыш яһаясаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Башҡортостандың йәш башҡарыусылары «Яҙғы кистәр, уяна хистәр» исемле концерт менән сығыш яһаясаҡ. 21 апрелдә Заһит Ҡунафин, Анжелика Якусева, Айнур Мансуров, Илмир Моталов, Розалия Шәрәфетдинова һәм DJ NailBashstyle йәштәрҙе үҙ йырҙары менән ҡыуандырасаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.
Концерттарҙы ойоштороусы булып Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге һәм Арғаяш районы хакимиәте ярҙамында өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары Руфат Йәлилов сығыш яһай.
— Башҡорт концерттары һәм дискотекалары туған телгә, илгә, мәҙәниәткә ҡарата изге тойғолар уята, - тип билдәләне Арғаяш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшит Хәкимов. – Бындай саралар тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле.
Даими вәкиллектең матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, бындай саралар ярҙамында урындағы йәштәрҙең башҡорт музыкаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта, был, әлбиттә, милли мәҙәниәттең тергеҙелеүенә булышлыҡ итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика