18:56 (UTC+5), 16 Апреля 2012

«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелде

Галина Бахшиева
ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә «Башҡортостан Уралы» тәбиғәт комплексы ла индерелде.
— Алдағы ваҡытта яңы объект - «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватына халыҡ-ара эксперттар киләсәк. Улар объекттың Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлау тураһындағы Конвенция менән раҫланған донъя кимәлендәге универсаль хазина критерийҙарына тап килеүен тикшерәсәк, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Уның һүҙҙәренсә, республикалағы был уникаль тәбиғи-мәҙәни комплексты әлеге исемлеккә индереү уны һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Бынан тыш, был Башҡортостандың әлеге ойошма менән артабан хеҙмәттәшлек итеүенә импульс бирәсәк.
Бөгөнгө көндә донъяла 564 биосфера резерваты иҫәпләнә, уларҙың утыҙ туғыҙы Рәсәйҙә булдырылған.
Республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын булдырыу буйынса эштәр 2011 йылда башланды. Ул ваҡытта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан»милли паркы тарафынан объектҡа «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты статусын биреүгә заявка әҙерләнгәйне.
Яңы объект составына федераль һәм республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары индерелде. Улар - «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика