07:55 (UTC+5), 14 Апреля 2012

Нефтекаманың Йәштәр советы мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа ярҙам итә

Марина Шумилова
Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы ҡаланың уҡыу йорттарын тамамлаусыларға һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегенә ҙур әһәмиәт бирә. Ошо көндәрҙә Йәштәр советының Социаль мәсьәләләр буйынса комиссияһы Нефтекамалағы 1-се интернаттың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн «НефАЗ» предприятиеһына экскурсия ойошторҙо.
«Башинформ» агентлығына Йәштәр советы ағзаһы Артур Арыҫланов хәбәр итеүенсә, уҡыусылар предприятие музейы һәм уның етештереү цехтары менән танышты. Музейҙа уларға завод, уның иң яҡшы хеҙмәтсәндәре тураһында һөйләнеләр, предприятиела етештерелгән техника моделдәрен күрһәттеләр. Бынан һуң улар цехтарҙа булды.
— Бөгөнгө үҫмерҙәргә производство «деталдәре» ҡыҙыҡ түгел, тигән борсоулы уйҙарыбыҙ нигеҙһеҙ булып сыҡты, уҡыусылар станоктар һәм агрегаттарҙың нисек эшләүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте, белгестәргә һорауҙар бирҙе, - тип билдәләне Артур Арыҫланов. – Иң ҡыйыуҙары теге йәки был станоктарҙың тәғәйенләнеше һәм мөмкинлектәре, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тураһында ҡыҙыҡһынды. Нефтекама интернатын тамамлаусылар өсөн бындай экскурсиялар ҡаланың башҡа предприятиеларына ла ойоштороласаҡ. Бынан һуң эш яңы форматта дауам ителәсәк: экскурсиялар Нефтекаманың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында үткәреләсәк. Бындай саралар уҡыусыларға һөнәр һәм эш урынын һайлауҙа ярҙам итәсәк.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика