Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2012, 16:02
Журналистарҙың XVI «Бөтә Рәсәй – 2012» фестивале Бөйөк Новгородта үтәсәк
Рәсәй Журналистар союзы хеҙмәттәштәрен XVI «Бөтә Рәсәй–2012» фестивалендә ҡатнашыуға саҡыра. Сара 9-14 июндә Бөйөк Новгородта үтәсәк.
Фестиваль программаһы көнүҙәк темаларға фекер алышыуҙы, киң мәғлүмәт сараларының яңы проекттарын презентациялауҙы, алдынғы публицистарҙың оҫталыҡ дәрестәрен, телевидение һәм радионың билдәле журналистары, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙарҙы, шулай уҡ «Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы» һөнәри конкурсын үҙ эсенә ала.
Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ҙур экскурсия программаһы көтә: улар Новгородтың тарихи ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Шулай уҡ журналистарҙың һөнәри теләктәшлеген нығытыуға арналған байрам акцияһы үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Журналистар союзынан.
Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән (495) 637-23-95, 637-41-85 телефондары аша һәм www.ruj.ru сайтында танышырға була.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
киң мәғлүмәт саралары
фестивалдәр
рәсәй журналистар союзы
Читайте нас